ProWord
Is this site a blessing to you?
Аллаhы Ибраhимдың тормошонда
Йәшәйеш 12,8.
Михраптар төҙөү.
Ибраһимдың тормош юлын байҡау шуны күрһәтә: ул Аллаһ менән яҡындан аралашҡан. Ибраһим михраптарҙы төҙөгән һәм Аллаһы исеменән өгөтләгән. Ул тик михраптар ғына төҙөгән. Ибраһим һарайҙар төҙөмәгән. Ғүмеренең һуңында Сараға табут төҙөткән. Ибраһим ғүмерендәге иҫтәлекле ваҡиғаларға бағышлап, михраптар төҙөткән, уларҙы Аллаһҡа бағышлаған. Авраам төҙөткән михраптар ярҙамында уның тормош юлын күҙәтеп була.
Ибраһим Аллаһҡа инанған. Был уның тормош асылы. Мәҫәлән, ул Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылған:
- Ул Египеттан ҡайтҡас (Доға 13,2-4)
- Ашҡындырып торған Ерҙең ҙурлығын күргәс (Доға 13,14-18)
- Аллаһы уға күренә һәм Ибраһим исемен "Аврам"дан "Авраам"ға үҙгәртә (Доға 21,33)
Михраптар төҙөү мәсьәләһе еңелдән булмай. Бының өсөн таштар һәм балсыҡ кәрәк. Авраам өсөн иң ауыр төҙөлөш Мориа тауында була. Был михрапты төҙөү билен биртендермәй, ә йөрәген ҡаҡшата, Авраам михрапты улы өсөн төҙөй. Авраамдың улын ҡорбан итергә әҙер булыуын Аллаһы күрә. Агнец - бәрәс ул урынға килмәй. Аллаһы Агнецты - бәрәсте күрҙе.
Авраамдың дини өйрәтмәһе.
Авраам Аллаһы тураһында барлыҡ замандаштарынан да күберәк белгән. Аллаһы Авраамға бөйөк хәҡиҡәтте үҙе асты (Доға 18,19,). Авраам заманында Тәүрат булмаған. Авраам Аллаһы менән туранан-тура аралашҡан. Авраам Аллаһы менән һөйләшкәндә, түбәндәге тасуирлауҙарҙы ҡулланған:
- Адонай (Аллаһ, Хаким) R11, Доға 15,2
- Яхве (Аллаһ R11; Мин Есмь - Бар) Доға 15,2
- Эль Элион (Аллаһ Юғары) R11; Доға 14,22
- Эль Шаддай (Аллаһ Көслө) R11; Доға 17,2
- Эль РОИ (Аллаһ мине Күреүсе) R11; Доға 16,2
- Эль Олам (Аллаһ мәңгелек) R11; Доға 21,23
- Яхве Ире (Аллаһ ҡарамағында) R11; Доға 22,14.
Авраамда Тәүрат булмай, әммә ул Аллаһты Тәүраты булған кешеләргә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белгән. Беҙҙең йәшәйеш - беҙ Аллаһты нисек белеүебеҙҙе раҫлай.