Is this site a blessing to you?



Results

Беспорядок в нашей жизни, если Бог не на первом месте

(Иеремия 2,1-37).
Иеремия китабында өс төрлө ваҡиға бәйән ителгән.
Беренсе ваҡиға Иеремия исемле йәш кеше менән бәйле. Иеремия Аллаһы тарафынан ауыр бурыс үтәр өсөн һайланған.
Икенсе ваҡиға Израиль (Йәһүҙиә) халҡы менән бәйле. Күп йылдар Аллаһыҙ етәкселек итеү, идолдарға табыныу етте, тип хәл иткән Аллаһы Тәғәлә. Ул Иеремияға йәһүдтәргә яңылыҡ әйтергә ҡушҡан: "Уларҙы вавилонлылар ҡулға ала."
Өсөнсө ваҡиға. Аллаһы Тәғәлә менән бәйле. Балалары бунт күтәргәндә Ата йөрәге һыҡрап уларға ҡараған.
Аллаһы беҙҙең тормошта беренсе урында булмаһа, беҙ бик ҡатмарлы ситуацияға юлығабыҙ. Аллаһ беренсе урында булмаһа, беҙҙең тормошта сыуалыш була.
Бына нимә йәһүдтәр менән килеп сыҡты. Улар башҡа халыҡтар, уларҙың аллалары менән бутала башланы. Уларҙың ҡатнаш никахтар барлыҡҡа килде. Улар ситуацияны контролдә тоторға уйланылар, ләкин ваҡиғалар уларҙы контролдә тотто.
Иҫкәртеү 1 R11; Әгәр һин Аллаһ юлынан бармаһаң, бәхетһеҙлектең тайғаҡ юлына эләгәһең.
Иеремия Йәһүҙиәнең кризисы (көрсөгө) тураһында бик ҡаты сағылдырҙы: R17; Шул саҡта һәр бейек ҡалҡыулыҡта, һәр ҡыуаҡ аҫтында һин аҙғынлыҡ, зина ҡылдың.  R17;(Иеремия 2,20б).

Йәһүҙиәгә күршеләренең үләне йәшелерәк күренде.
Тиҙҙән улар теге яҡта булдылар, ботҡа ялған Алла Ваалға табындылар. Үҙҙәренең балаларын ҡорбан итеп ялған молохҡа килтереп яндырҙылар. 28-се шиғыр әйтеүенсә, уларҙың нисә ҡалаһы булһа, шул тиклем Аллаһы булған. Улар үҙҙәренең сексуаль практикаһында бәйһеҙ, эштәрендә намыҫһыҙ булалар. Аллаһ әйтте, R20; етер R21; Башта был зыянһыҙ кеүек ине. Шыңғырауыҡ (гремучая) йылан балаһы ла шулай ине. Күҙ асып йомғансы сағып өлгөрә. Ҡаранып өлгөрә алмайһың, ул һине арбай, һәм һинең менән күңелһеҙ хәлдәр була. Аллаһы стандарттарынан тайпылыу бәхетһеҙлеккә алып бара. 
Иҫкәртеү 2. R11; Аллаһыҙ етәкселәргә эйәреү аллаһыҙ тормошҡа этәрә.
Йәһүдтәр ошоно эшләнеләр.
Улар Аллаһыҙ етәкселәргә ҡаршы торманылар. R16; Священниктар "Ҡайҙа Аллаһ?"- тип һораманылар, пәйғәмбәрҙәр ялған Алланы Ваалды хөрмәт иттеләр. R17. (Иеремия 2,8)
Йәһүҙиә халҡының дини етәкселәре Аллаһты эҙләнеләр. Судьялар Аллаһты һәм мораль нигеҙҙәрҙе белмәнеләр. Батшалар Аллаһҡа ҡаршы булдылар, Аллаһы йорто урынына үҙҙәренең батшалығын төҙөнөләр. Аллаһы һүҙе урынына Вааланы хупланылар. Аллаһыҙ етәкселәргә эйәреү беҙҙе лә уларҙың тормош стиленә килтерҙе.
Иҫкәртеү 3 R11; Беренсе урынды - Аллаһтың урынын алыу - ул харап булыуға килтерәсәк.
Йәһүҙиә үҙенең юлдары Аллаһтыҡынан яҡшыраҡ булыр тип фараз итте:
R17; Минең халҡым ике насарлыҡ ҡылды:
Мине, тере һыу шишмәһен ташланылар (ҡалдырҙылар) һәм үҙҙәренә яһалма һыу шишмәһе астылар, ә уларҙа һыу тормай. R 17; (Иеремия 2,13)
Йәһүҙиә һалҡын саф ағым шишмә урынына оҙаҡ торған, боҙолған иҫке һау ятҡылығын ҡуллана.
Йәһүҙиә үҙ юлынан үҙенсә йәшәргә теләне.
Аллаһы урынына беренсе булырға теләү уңышһыҙлыҡҡа килтерә.
Иҫкәртеү 4 R11; Тәүбәне һанға һуҡмау таш йөрәккә әйләндерә.
Йәһүҙиә үҙҙәренең хатаһын таныманы, яуызлыҡтарында тәүбәгә килмәнеләр. Ћөҙөмтәлә уларҙың йөрәктәре ташҡа әйләнде, әммә улар буйһонманы. Ћуңғы сиктә Аллаһ уларҙы урындарынан күсерәсәк, сөнки улар Аллаһҡа килеүҙән баш тарттылар.
R 16; Сөнки улар миңә арҡалары менән боролдолар, ә йөҙҙәре менән түгел. R17; (Иеремия 2,27 b).
Ћөҙөмтәлә нимә килеп сыҡты?
37-се бүлек беҙгә әйтә, Аллаһы Вавилон халҡы етәкселәренә Иерусалимға ҡаршы барырға рөхсәт бирҙе. Улар ҡаланы ҡаманылар һәм унда үтеп инделәр.
Йәһүдтәр батшаһы буйһонмаусылыҡ айҡанлы әсирлеккә эләкте. Уны, уларҙың балаларын үлтергәндәрен ҡарарға ҡуштылар. Уның күҙҙәрен соҡоп алдылар, сынйыр менән бығаулап, мәңгелеккә зинданға яптылар. Иерусалимда батша һарайын яндырып көлгә әйләндерҙеләр. Уңыштарҙы юҡҡа сығарҙылар. Күп ғаиләләрҙе ҡырҙылар. Байтаҡ халыҡ әсирлеккә алынып, Вавилонға ҡыуылды һәм ҡолдарға әйләндерелде.
Иҫкәртеү 5 R11; Гөнаһтың һөҙөмтәләре була.
Ћөҙөмтәләр шунда уҡ булмаҫҡа мөмкин, киләһе аҙнала ла түгел, әммә гөнаһ һөҙөмтәһеҙ булмай.
R 16; Шулай итеп бик ныҡ уйла һәм һығымта яһа: Аллаһы Тәғәләңде ҡалдырып китеүең (баш тартыуың) бик яман һәм ҡыҙғаныс.
R17; (Иеремия 2 : 19 b);
Беҙ һәммәбеҙ ҙә камил уҡ булмағас, мораль сир менән яфаланабыҙ, тип аҙып китеүебеҙ бар, был хәлде Изге китап (Библия) "гөнаһ" тип атай, әммә беҙҙе һөйөүсе Аллаһы был бәләкәй хаталарға иғтибар бирмәй, тип уйлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай түгел. Аллаһы беҙҙе ныҡ яратһа ла. Ул изге һәм ғәҙел, шуға ул яуызлыҡ менән килешә алмай. Пәйғәмбәрҙәр Аввакум һәм Ишағыя (Исайя) әйткәненсә, R16;
Ћинең саф күҙҙәрең
Яуызлаҡҡа ҡарамаҫтар R17;
(Аввакум 1,13). Әммә закон боҙоу һеҙҙе Аллаһтан айырҙы, һеҙҙең гөнаһтарығыҙ Уны һеҙҙән сирҡандыра. R17; (Исайя 59,2)

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).