ProWord
Is this site a blessing to you?
Беҙгә балалар ғибәҙәте ни өсөн кәрәк?
Илсе Павел римляндарға Инжил - ул R16 тип белдерә; Аллаһтың ҡөҙрәте һәр бер инаныусыны ҡотҡара. R17;
Ғайса Мәсихтең беҙгә бирелгән һуңғы әмере - R16; Инжилды һәр йән эйәһенә еткерегеҙ. R17; (Марк 16,15)
1. Беренсе һәм иң мөһим сәбәп булып балаларҙың ғибәҙәт ҡылыуының сәбәбе - Ғайса Мәсихкә бөйөк яуаплылыҡ йөкмәтелгән.
Христиандар Уның әмерен урап үтә лә, ҡасып ҡотола алмайҙар. Ғайса Мәсих балаларҙың килеүен хуп күрә. (Марк 10,14) Тәүрат, Инжилды өйрәнеү барлыҡ халыҡ өсөн, хатта балалар өсөн.
2. Балаларҙа рухи мохтажлыҡ.
Ғайса Мәсихһеҙ уларҙың рухы йәнһеҙ. Уларҙа гөнаһ проблемалары бар, һәм улар Ғайса Мәсихкә инанырға тейештәр.
3. Балалар үҙҙәренең йөрәк ҡушыуы буйынса Инжил вәғәздәренә яуап ҡайтарыуҙары ихтимал. Пет Вербал, балалар авторы, балалар ғибәҙәтенең халыҡ-ара селтәре консультанты белдерә R16; Хәҙерге заман христиандарының 75-85% - Ғайса Мәсихкә 15 йәшкә тиклем инанғандар. R17;
4. Балалар Инжил өсөн бик ихлас. Барн группаны тикшеренеүселәре Ғайса Мәсихтә үҫмерҙәр һәм өлкәндәргә ҡарағанда балалар күберәк ҡабул итәләр, 5 йәштән 13 йәшкә тиклем балалар араһында Ғайсаны ҡабул итеүселәр - 32%, 14 йәштән 18 йәшкә тиклем - 4%, 6% халыҡ ҡына ғүмеренең аҙағына тиклем.
5. Балаларҙың бар ғүмере алда, R11. Балаларға ғибәҙәт ҡылыу - был киләсәккә өмөт. Донъя халҡы әле 6 000.000.000.-тан артығыраҡ. Өстән бер өлөшө самаһы балалар. Улар диндең, үҙ халҡының киләсәге. Ҡотҡарылған бала - ул оло бер ҡотҡарылған ғүмер.
6. Йыш ҡына балалар башҡаларҙың ҡотҡарылыуына Аллаһтың инструменты булып тора.
Ғаиләләр: ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр ҡотҡарылған бала аша ҡотҡарылыусы булыуҙары мөмкин. Ғайса Мәсихкә дуҫтары ла килеүе мөмкин. Шулай итеп, балалар ғибәҙәт ҡылыусылар араһында бик оло фатиха алыусылар.
7. Балалар христиан дине тарихында мөһим роль уйнаған. Доктор Мартин Лютер әйткән : R16; Әгәр Аллаһы батшалығы көслөк менән килһә, беҙ балаларҙан башларға тейешбеҙ, сөнки беҙ уларҙы сәңгелдәктән өйрәтергә тейешбеҙ.
Чарльз Сперджен яҙған: R16;
Балаларға Инжил кәрәк, барлыҡ дөрөҫлөк - Инжилда! Уларҙы Аллаһ рухы уҡытһа, улар бәлиғ булған шәхес кеүек үк ҡабул итәсәктәр. R17; Дин Стоун INCМ-дың элекке президенты билдәләй, R16; балаларҙы ғибәҙәткә өйрәтеү сиркәүҙең стратег шөғөлө. Юғары кимәлдәге сиркәү хеҙмәте кескәй балалар менән эшләүҙе баһалауҙан башлана.
8. Балалар Изге рухҡа мохтаж. Ундай кешеләр балаларҙы Инжилға өйрәтә алалар. Уларға Аллаһы тарафынан балаларға хеҙмәт итеү бурысы йөкмәтелгән (Рим. 1,6)
9. Балаларға хеҙмәт итеп беҙ Аллаһты данлайбыҙ. Ата- әсәнең , уҡытыусының ғына түгел, һәр христиандың изге теләге - Аллаһты данлау.
Балалар ҡотолоп, Ғайса Мәсихтә үҫһәләр, улар Уны данлайҙар! Был емеште Аллаһ көтә! Балаларға хеҙмәт итеү - Аллаһты данлау!