ProWord
Is this site a blessing to you?
В какой вести нуждаются дети сегодня?
1. Аллаһты уларға тойорға кәрәк. Аллаһы R11; Ҡотолоу юлы. Балалар Аллаһтың кем булыуын, Уның нимә эшләүен тойорға тейештәр.
Әгәр балалар Аллаһты күҙ алдына килтермәһәләр, улар гөнаһтары өсөн үҙҙәренең яуаплылығын һис ҡасан аңламаҫтар.
Шуға ла беҙ өйрәтәбеҙ:
- Аллаһ һине барлыҡҡа килтерҙе. (Ғәмәл 17,23-29); Ћин уның алдында яуаплыһың.
- Аллаһы һиңә Тәүрат аша уйҙарын еткерҙе (1 Кор 3-4). Ћин Уны тыңлаусан булыу өсөн яуаплыһың.
- Аллаһы изге һәм тоғро (Ғәмәл 17,31). Ул һине хөкөм итергә хаҡлы.
- Аллаһы шәфҡәтле һәм рәхимле. Ул һине һөйә. (Яхыя 3,16): Ул һиңә ҡотолоуҙы мөмкин ҡылды.
2. Уға гөнаһ тураһында хәбәрҙар булыу кәрәк.
Гөнаһ тураһында тәғлимәт ҡотолоуҙың кәрәклеген күрһәтә. Гөнаһ һәм уның эҙемтәләре ентекле төшөндөрөлөргә тейеш. Шуға беҙ өйрәтәбеҙ:
- Ћинең гөнаһың Аллаға ҡаршы килә.
- Ћин R11; Асылыңда һин гөнаһлы (Еф. 2,3) һәм ҡылған ғәмәлдәреңдә лә
- Ћин үҙ гөнаһтарың өсөн Аллаһтың язаһына лайыҡ. (рим 1,18).
3. Улар Ғайса Мәсих тураһында ишетергә тейештәр.
Ғайса Мәсих тураһындағы тәғлимәт балаларға ҡотолоу юлын күрһәтә. Ул нимә эшләгәнен белергә тейештәр. Шуға ла беҙ өйрәтәбеҙ:
- Ғайса Мәсих R11; Аллаһтың улы,
- Берҙән-бер ҡотҡарыусы (Ғәмәл 9,20)
- Ул һинең өсөн ғүмерен бирҙе (Ғәмәл 2,23,36,38).
- Ул һинең өсөн яңынан терелде (Ғәмәл 2,24-32)
- Ул һинең өсөн күккә ашты (Ғәмәл 2,23-32).
4. Улар тәүбәгә килеүҙе һәм инаныуҙы күңелдәре менән тойорға тейеш.
Балаларҙы Ғайсаға саҡырыу Инжилда мөһим бүлек булып тора.(Иоанн 6,37).
Шуға ла беҙ өйрәтәбеҙ:
- Ғайса Мәсих һине Үҙенә саҡыра (Матф. 11,28)
- Ћиңә үҙеңдең гөнаһтарыңдан ҡайтырға кәрәк (Ғәмәлдәр 2,38,20,21).
- Ћиңә Ғайса Мәсихкә ышанырға һәм тулыһынса буйһонорға кәрәк (Ғәмәлдәр 16,31; 20,21)
Тәүбәгә килеү һәм ышаныс Ғайсаның һорауына аңдың, йөрәктең һәм ихтыярҙың тулы яуабы ул. (Рим. 6,17)