Is this site a blessing to you?



Results

Господь Иисус.Какой Он и что Он делает?

(Асыштар 3,7-9)
Филадельфия ҡалаһы
Филадельфиялағы ғибәҙәтхана (сиркәү) Аллаһ өсөн башҡа ете сиркәүгә ҡарағанда ла күберәк хеҙмәт ҡылған
Асыштарҙа. Ғибәҙәтхана үҙенең тәғәйенләнешенә тоғро ҡала. Ул Аллаһҡа яҡын була. Аллаһы уның гөнаһтары тураһында бер генә һүҙ менән дә ғәйепләмәй. Киләсәккә ауырлыҡтар фаразланмай кеүек. Аллаһы уның өсөн асыҡ тотҡан ишектән үтеп китә алыр микән киләсәктә?
Аллаһы Тәғәлә яҙыусы.
Асыштарҙың 3,7-13 Ғайса Мәсих Үҙенең яҙмаларын алыусылар аңлай торған телле итеп күрһәтте.

1. Ул изге (Асыштар 3,7)
Ғайса Мәсих кәмселекһеҙ, гөнаһһыҙ рухани. Уның холҡо камил. Изгелек - ул Аллаһтан бирелгән бик мөһим сифат. R16;
Изге R17; Был Аллаһтан бирелгән иң мәшһүр титулдарҙың береһе.
Ишағыяла 43,15 Аллаһы иғлан итә (эшкәртә),
R16; Мин хакимығыҙ, изгелек ҡылыусығыҙ, Йәһүҙиәне барлыҡҡа килтереүсе, һеҙҙең батшағыҙ. R17; Ғайсаның изге Алла икәнен белергә тейешбеҙ. Ул Изге R 11; Шуға ул гөнаһты үҙ итмәй. Динһеҙҙәр үҙҙәренең гөнаһ проблемаларын хәл итеүҙе Уға тапшырһындар. Ул Изге R11; Шуға ла дин тотоусылар ҙа изге булырға хаҡлы.

2. Ул хаҡ (Асыштар 3,7).
Ғайса Мәсих барыһы өсөн дә бер үҙе. Ул R11; Уға тулыһынса ышанырға һәм таянырға була. Ул үҙен "хаҡ" тип атай. Оригинал телдә (анатенос) реаль, хаҡ, ысын тигәнде аңлата. Ғайса Мәсихтә беҙ ысынбарлыҡ табабыҙ. Уның тураһында фекер йөрөткәндә Абсолют хәҡиҡәт табабыҙ, Ғайса реаль. Хаҡ булыу - уның һәр һүҙе раҫ, ысын һәм Аллаһы һүҙе, уның вәғәҙәләре үтәләсәкте аңлата. Шуға ярлыҡаныуҙа беҙ Уға ышанырға һәм Уға таянырға тейешбеҙ.
Беҙ динле кешеләр Ғайса Мәсихтең хаҡ икәнен аңларға тейешбеҙ. Ул беҙгә мөмкинселектәр тыуҙырһа, беҙ файҙалана алабыҙ, сөнки Ул шуны теләй.

3. Унда Дауыт асҡысы (Асыштар 3,7).
Асҡыс - ул хакимлыҡ. Ғайса Хужа R16;
Дауыт асҡысы R17; Дауыт асҡысы Ишағыя китабында иҫкә алына (Исайя 22,20-23).

Елиакимға Дауыт йортоноң асҡысын Езекия батша хакимлыҡ иткәнде тапшыралар. Был асҡыс Йәһүд батшаларының барлыҡ мөлкәт, хазинаһы һаҡланған Дауыт йортон асҡан. Елиаким Дауыт йортона инеп сығыусыларҙы күҙәткән. Батшанан һуң ул икенсе тикшереүсе кеше була R11; Батшаға инеп сығыусыларҙы тикшереүсе, ишек асыусы-ябыусы була.

4. Ул уларҙы яратты (Асыш 3,9).
Ғайса Мәсих филадельфиялыларҙың ауыр хәлен аңланы. Ғайса Мәсих уларға иң юғары рәхәтлектәр, бәхеттәр теләне (Яхыя 16,27). Филадельфияла йәшәүселәр - Аллаһы һөйөүенең емеше ине. Динһеҙҙәр белһендәр, Ғайсаның үлеменең төп сәбәбе - һәләк булыусы гөнаһлыларға булған һөйөүе. Ул уларҙы ҡотолдорорға теләне, сөнки Ул уларҙы һөйә (Яхыя 3,16, рим. 5,8).

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).