ProWord
Is this site a blessing to you?
Давайте смотреть на Господа Иисуса!
Башлыҡҡа һәм Ғайсаның динен күрһәтеүсегә, уны шатландырыу урынына, сатҡыны баштан кисергән, мәсхәрәләрҙе үткәреп, Аллаһтың тәхетенән урын ала.
Шундай ауырлыҡтарҙы кисереүсе тураһында уйланығаҙ һәм хәлһеҙләнмәгеҙ, рухығыҙ һүнмәһен!
(Йәһүдтәргә 12,2-3)
Әгәр беҙ үҙебеҙҙең тормошобоҙҙа приоритеттар урынлаштырмаһаҡ, быны башҡа кешеләр, башҡа шарттар беҙҙең өсөн эшләйәсәк. Ул саҡта өмөтһөҙлөк, рух төшөнкөлөгө, хафа килеп сығыуы ихтимал.
1. Ғайса Мәсих үҙенең Маҡсатын белде.
Ғайса әйтте: был йортто ҡотолдороу ваҡыты етте. Авраамдың улы, Әҙәмдең улы һәләк булғанды ҡотҡарырға килде (Лука 19,9-10).
Аллаһы донъяны үҙенең Улы аша ҡотҡарырға ебәрҙе. Уға инаныусы ғәйепләнмәй, ә инанмаусы ғәйепләнгән инде. Сөнки Аллаһтың берҙән-бер улына инанманы (Иоанн, 3,17-18).
Инжилда Луканан 15,1-11 юғалған өс әйбер бар:
1) Ћарыҡ ғәҙәттәге шартта юғала,
2) Тәңкә көтмәгәндә юғала,
3) Улы юрый эшләнгән хәлдән юғала.
Беҙҙең приоритетты билдәләү алдынан беҙ маҡсатыбыҙҙы белергә тейешбеҙ.
2. Ғайса Мәсих Үҙенең приоритеттарын маҡсаттарына ярашлы билдәләгән.
Беренсе приоритет:
Үҙенең Атаһы менән аралашыу. Ә иртәнсәк иртүк тороп сыҡҡан һәм кешеһеҙ буш урында ғибәҙәт ҡылған Симон, башҡалар Уны барып табалар һәм әйтәләр: һине барыһы ла эҙләйҙәр. Ул уларға әйтте: яҡын тирәләге ауыл һәм ҡалаларға барабыҙ, унда вәғәздәр һөйләрмен. Мин шуның өсөн килгәнмен (Марк 1, 35-38).
Икенсе приоритет: Үҙ араһында уҡыусылыҡ.
Иерусалимға юл тотҡанда Ғайса алдан бара, ә улар уның артынан ҡоттары осоп эйәрҙеләр. Ун ике Рәсүлен дә саҡырып, Ул уларға Уның менән нимә булырын һөйләне (Марк 10,32)
Өсөнсө приоритет:
Ћәләк булғандарға ғибәҙәт ҡылыу.
Ғайса Мәсих әйтте: хәҙер был йортҡа ла ҡотолоу килде, сөнки ул да Авраамдың улы (Лука 19,9)
3. Ғайса Мәсих Үҙенең приоритеттарын кешеләрҙең яман ниәттәренән һаҡлаған.
Шул осорҙан Ул үҙенең шәкерттәренә асылған - Ул Иерусалимға барырға тейеш, Ғайсаның күккә алыныр көндәре яҡынлашҡан, Ул яҡты донъя менән хушлашасаҡ, һәм өсөнсө көндө яңынан тереләсәк.
Ғайсаны Петр ситкә саҡырып ала һәм өгөтләй башлай: Үҙеңә мәрхәмәтле бул! Был хәл булмаһын!
Ғайса Петрға яуап бирҙе:
Кит янымдан, Иблес! Аҙҙырма мине! Ћин Раббы тураһында түгел, бәндәселекте уйлайһың (Матфей 16, 21-23).
1. Ғайса Мәсих Үҙенең Маҡсатын белә ине!
2. Ғайса Мәсих Үҙенең приоритеттарын Үҙенең маҡсаттары нигеҙендә, Үҙенең маҡсаттарына ярашлы билдәләгән.
3. Ғайса Мәсих Үҙенең приоритеттарын кешенең яман ниәтенән яҡлаған.
Әйҙәгеҙ Ғайса Мәсихте күҙәтәйек!