Is this site a blessing to you?



Results

Илсе Апостол Павелдан саҡырыу

Беҙҙе динле ғүмер кисереүҙә дәртләндереү өсөн Илсе Апостол Павел түбәндәге урындарҙы күрергә саҡыра:

1. Ғибәҙәтхана (ст 1 R11; 7)
Ғибәҙәтханала беҙҙең өсөн ҡорбан булған Ғайса тураһында иҫкәртәләр.
Гөнаһ Аллаһ өсөн сирҡаныс; ул танау өсөн бик һаҫыҡ еҫ (Ис. 3,24).
Әгәр беҙ мөхәббәтле булһаҡ, беҙҙең ғүмер тере ҡорбан буласаҡ (Рим. 12, 1 R11; 2; фил. 2,17), Аллаһы өсөн хуш еҫ (Иоанн 12, 1 R11; 8)

2. Ялан ҡыр (ст. 8 R11; 14)
Павел беҙгә емештәр күрһәтеү өсөн ҡырға сыға (ст. 8-14) һәм иҫебеҙгә төшөрә - донъя гиҙеү ул рухи байлыҡ (гал. 5,22 R11; 23).
Әгәр беҙ яҡтылыҡты гиҙһәк, ҡараңғылыҡта була алмайбыҙ (2 кор. 6,14 R11; 18)

3. Баҙар (ст 15 R11; 17)
Илсе Апостол Павел беҙҙе баҙарға алып бара (ст 15 R11; 17) һәм беҙҙе һәйбәт килешеүҙәр төҙөүсе сауҙәгәргә оҡшарға өгөтләй.
Әгәр ҙә беҙ төплө аҡыллы булһаҡ, ваҡытыбыҙҙы дөрөҫ ҡулланырбыҙ.

4. Банкеттар залы (ст 18 R11; 21).
Апостолға (Рәсүлгә) эйәреп банкеттар залына барабыҙ (ст 18-19), һәм тәүәккәллеккә, дәртле, юғары рухлы, күңелле булырға өйрәнәбеҙ (гал. 5,16-26).
Әгәр ҙә беҙ рух өйрәнһәк, шат, рәхмәтле, баҫалҡы булырбыҙ.

5. Ғаилә усағы (ст 22 R11; 33).
Павелдың һуңғы бараһы урыны - ғаилә (ст 22 R11; 33), никах - ул Ғайса менән сиркәү араһындағы бәйләнеш.
Ғайса беҙҙе һөйҙө, беҙҙең өсөн йәнен фиҙа ҡылды, әммә Ул бөгөн дә беҙҙе һөйә, беҙҙе ҡайғырта, хәстәрләй.
Әгәр ҙә беҙ Ғайса Мәсихкә буйһонһаҡ, башҡаларға рәхмәтле, фатихалы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булырбыҙ.

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).