Is this site a blessing to you?



Results

Молитва прямо из преисподней (Гадес)

Лука 16, 19-31.

Йәһүт 22-23
1. Коринфәндәргә 16,15.

Нимә ул миссия - бөйөк маҡсат?
Миссия R 11; Был Инжилды башҡалар ҙа аңларлыҡ итеп бик бирелеп ғибәҙәт ҡылыу!
Үҙемде Аллаһҡа буйһондороу теләге бармы, аралашҡан кешеләрем менән йәһәннәмгә бармаҫлыҡ ҡарар ҡабул итә аламмы?
Минең бөйөк маҡсатым ниндәй? Аллаһтың ышанысын аҡларлыҡ яуаплылығым бармы?
Ни өсөн христиандар бөйөк маҡсаттарҙа актив булырға тейештәр?

1. Ике оло һорау.
Изге китап Тәүратта кешелек тураһында һүҙ: R 16;
Мин үҙемдең туғаныма ҡарауылмы? R17;
(Йәшәйеш 4,9)
Үҙен аҡларға маташҡан Каин ошо һорауҙы биргән.
Икенсе һорау: R 16; Кем минең өсөн иң яҡыным? R 17; (Лука 10,29)
Китап һөйөүсе уның кем икәнен белмәне.
Ћәр христиан ошо ике һорауҙы үҙенә бирергә тейеш. Хатта уларға яуап бирергә тейеш.

2. Йәһәннәмгә экскурсия - Лука 16,19-3.
Йәһәннәм миссионерҙар тураһында илаусы кешеләр менән тулы.
Йәһәннәм Аллаһыны ҡабул итмәгән, Аллаһыҙ мәңгелек тормош өмөт иткән бәндәләр менән тулы. Улар рухи тормоштоң ысынбарлығын Аллаһыҙ ғына ҡабул итеүселәр.
Күп христиандар Тәүратты уҡыйҙар, ғибәҙәт ҡылалар:  R 16; Бына мин! Нимә эшләтерһең! R 17; Үҙҙәренең йәшәйешенә өҫтән-мөҫтән генә ҡарап, бөйөк маҡсат өсөн бер ни эшләмәйҙәр.
Уларҙы кешеләрҙең Йәһәннәмгә эләгеүе борсомай.
Рәсүлдәр Ғәмәлдәре китабынан македоняниндың үтенеүе хәҙерге XXI быуат христиандарына ярашлымы?

4. Статистика.
Статистика мәғлүмәттәренә буйынса дин тотоусыларҙың 3 проценты ғына ысын миссионерҙар - Аллаһы юлында хеҙмәт итеүселәр.
Христиандар, миссионерлыҡҡа ҡарағанда, эт менән бесәйҙәр ашатырға күберәк аҡса тотоналар. Шуға күрә күберәк кешеләр тамуҡҡа барыуы аптырарлыҡ түгел. Уртаса диндар христиан Ғайса пәйғәмбәр тураһында ябай ғына мәғлүмәтте лә белеп еткермәй.
Тәүрат R11; Донъя йөҙөндә иң уҡымлы китап, әммә христиан аҙнаһына өс бүлектән дә артығыраҡ уҡый алмай.

5. Күренеш.
Күктәргә олғашыусы ҡайһы бер христиандар шул тиклем бәхетле инеләр, шуға улар йәһәннәм юлындағыларҙы бөтөнләй оноттолар. Христиандарға йәһәннәм күренеше мотлаҡ. Был күренеш һәммәбеҙгә лә бергә ғибәҙәт ҡылырға, ураҙа тоторға һәм үҙ ғүмеребеҙҙе яңылышҡандарҙы ҡотҡарыу өсөн сарыф итергә булышлыҡ итә.
Яңылышҡандарҙы күреү христиан ғаиләләрендә башланырға һәм беҙҙең кеҫәләрҙә, банктарҙағы һандарҙа (счеттарҙа) сағылыш табырға тейеш.
Әгәр үҙем бара алмаһам, кемделер ебәрергә тейешмен.
Иң ҙур мохтажлыҡ ошо мәсьәлә R11; ғибәҙәттә. Беҙҙең мохтажлыҡ R20; Үтенесле фекерләү 21; Былар хәҙерге ғибәҙәтханаларҙа юҡҡа сыҡҡан миссионерлыҡ беҙҙең тормошта иң мөһим өндәү булып торамы?
Икенсе яҡтан беҙ үҙебеҙҙе ғибәҙәтхана стеналары артына йәшерәбеҙ.

6. Донъя хәле.
Әгәр бөгөн донъяла 100 кеше йәшәһә, шуларҙың 66-һы Аллаһ тураһында хәбәрҙар түгел.
Уларҙың 70 -енең тәне аҡ төҫтә түгел.
57-һе - азиаттар,
21-е - йәһүттәр,
70 - уҡый белмәйҙәр,
50-һе - йоҡларға ас көйө яталар,
береһе - университетта уҡыуы менән маҡтана ала.
40 бала Инжил ярҙамында асылған,
6-һы - донъя мөлкәтенең 50% биләй,
3 - Йәһәннәмгә бөгөн үк яҡын.
Бөтә был статистиканың әһәмиәте юҡҡа сыға, әгәр беҙ Изге Рухты тыңламаһаҡ. Ул беҙҙең менән аралашырға теләй.

7. Христиандар өсөн Аллаһтың планы күберәк ғибәҙәт ҡылырға, миссия тураһында хәстәрләргә.
Беҙ үҙебеҙҙән һорайыҡ:
- Әгәр һәммәбеҙ ҙә актив булһаҡ, ғибәҙәтханабыҙ ни хәлдә булыр?
- Ћәммәбеҙ ҙә минең хәтлем ярҙам күрһәтһә, ғибәҙәтханабыҙ ниндәй булыр?
- Ғаиләмдең һәр кеме минең тиклем ғибәҙәт ҡылһа, ғибәҙәтханабыҙ ниндәй булыр?
- Күберәк эшләй аламмы?
- Күберәк ғибәҙәт ҡыла аламмы?

Күктәргә олғашҡас.
Кемдәрҙе осратыуығыҙҙы, Аллаһы тураһында кемдәргә һөйләүегеҙ, берҙән-бер ҡотҡарыусыны күрһәтеүегеҙ тураһында уйлағыҙ.
Әгәр һин булмаһаң, кем һуң?
Әгәр бында булмаһа, ҡайҙа?
Әгәр хәҙер булмаһа, ҡасан?

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).