Is this site a blessing to you?



Results

Они оставили всё и последовали за Ним

(Лука 5,1-11).
Беренсе һанлы план
Аллаһы һине өйрәтергә әҙер!
Халыҡ Аллаһы һүҙен ишетеү өсөн Уға ҡыҫылышып килгәндә Ул Геннисарет күле буйында тора ине. (Лука 5,1).
Беренсе дәрес.
Әгәр мин тыңларға әҙер булһам, Аллаһы мине өйрәтергә әҙер!
Икенсе һанлы план.
Аллаһы үҙ ҡеүәтен күрһәтергә әҙер!
Ул күлдә торған ике кәмәне күрҙе; ә балыҡсылар уларҙан сығып, ауҙарын йыуҙылар. Ул Симондың кәмәһенә ултырҙы һәм ярҙан йөҙөп китергә ҡушты, халыҡҡа кәмәнән тороп вәғәз әйтте. Вәғәз тамамланғас, Симонға күлгә тәрәнерәк инеп балыҡ һөҙөргә, ау һалырға ҡушты. Симон Уға әйтте: "Остазыбыҙ! Беҙ төн буйы маташып та бер ни тота алманыҡ, әммә һеҙҙең һүҙ буйынса ауҙы һалам." Уларға балыҡ бик күп эләкте, хатта ау йыртылып китте. Икенсе кәмәләге дуҫтарын ярҙамға саҡырҙылар; ике кәмәне лә балыҡ менән тултырҙылар, хатта уларҙың кәмәләре бата башланы. (Лука 5,2-7)

Икенсе һанлы дәрес.
Әгәр мин тыңлаусан булһам, Ғайса үҙенең ҡеүәтен күрһәтергә әҙер!
Өсөнсө һанлы план.
Аллаһы һине файҙаланырға әҙер! Быларҙы күреп, Симон Ғайсаның тубыҡтарына һыйынды: "Минән кит, Раббым! Сөнки мин гөнаһлы кеше. Симондың дуҫтары Яҡуб менән Яхыяны ҡурҡыу ала. Ғайса Симонға әйтә: "Ҡурҡма, бынан һуң кешеләрҙе ауларһың," тигән. Улар кәмәләрен ярға сығарып, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, уның артынан эйәргәндәр. (Лука 5,8-11).
Өсөнсө дәрес.
Әгәр мин тыңлаусан булһам, Аллаһы мине файҙаланырға әҙер!
Аллаһы дәрестәре:
Әгәр мин тыңларға әҙер булһам, Аллаһы мине өйрәтергә әҙер!
Әгәр мин тыңлаусан булһам, Аллаһы мине файҙаланырға әҙер!
Өмөт өҙөлгән ваҡытта беҙгә Аллаһтың рухты күтәреүенә мохтажбыҙ.

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).