Is this site a blessing to you?



Results

Спасены, чтобы служить!

Кем Миңә хеҙмәт итә, Миңә эйәрә; һәм Мин ҡайҙа, шунда минең хеҙмәтсем. Кем миңә хеҙмәт итер, шуны минең Атам ихтирам итер (Яхыя 12,26).
Хеҙмәтселәр Мәсихкә эйәрерҙәр: Кем миңә хеҙмәт итә, ул Миңә эйәрә. R30; Мәсих тураһын әйтә, хеҙмәтселәр уның артынан ҡалмайҙар. Хеҙмәтсе һис ҡасан Хужаһына һүҙ әйтергә, нимә эшләргә икәнен әйтергә тейеш түгел.
Ғайса Мәсихкә эйәреү, Изге Рух менән йөрөтөлә, Уның аҡылы менән һәм Уның өсөн йәшәү, Уның теләген үтәү!
Хеҙмәтсе Яңы Васыятта грек һүҙе доулос (ҡол) тип билдәләнә. Ҡайһы саҡ диаконос (дьяконос йәки хеҙмәткәр). Был дөрөҫ, сөнки доулос һәм диаконос синонимдар. Ике һүҙ ҙә кешенең үҙе теләгәнен эшләй, әммә хужаһының хосуси милке иҫәпләнә. Беҙ һатып алынғанбыҙ хужабыҙға хеҙмәт итер өсөн.
Ғайса Мәсих Үҙенең хеҙмәтселәренә ниндәй эш биргән? Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеү өсөн үҙеңдең хеҙмәттәреңдең ҡоло булыу кәрәк, һәм нисек кенә ҡәҙерһеҙ, хөрмәтһеҙ эш булыуына ҡарамаҫтан, уны атҡарып сығыу кәрәк!
Хеҙмәтселәр Ғайса Мәсих хеҙмәт иткән урында эш ҡылалар. R 30;

Мин ҡайҙа, шунда минең хеҙмәтселәрем дә буласаҡ.
Атайым бөгөнгәсә эшләй, һәм Мин дә эшләйем (Иоанн 5,17).
Беҙҙе Аллаһ яратҡан Ғайса Мәсих йөҙөндә изге ғәмәлдәр ҡылмаҡҡа (Еф. 2,10).
Аллаһ беҙҙең йыһанда хәстәрлек күрә. Ул ни ҡылһа, беҙ ҙә шуны ҡылырға тейешбеҙ.
Ғибәҙәт ҡылыу пасторҙар өсөн генә түгел, һәммәбеҙ өсөн, сөнки күмәкләп эшләһәк кенә һөҙөмтә көтөргә була.
Ғибәҙәт ҡылһаҡ, Аллаһы ихтирам итәсәк! R 30;
Атабыҙ ғибәҙәт ҡылыусыларҙың һәммәһен дә ихтирам итәсәк.
Беҙ Аллаһҡа шатлыҡ, һоҡланыу, энтузиазм менән ғибәҙәт ҡылһаҡ, аллаһы беҙҙе ихтирам итәсәк. Донъялыҡтағы бер ниндәй ҙә ихтирам Аллаһтың ихтирамы менән сағыштырғыһыҙ!
Бөйөк скрипкасы Паганини үҙенең һоҡландырғыс скрипкаһын Генуя ҡалаһына васыят иткән һәм шундай шарт ҡуйған:
Был скрипкала бер кем бер ҡасан да уйнамаясаҡ. Ғәжәйеп инструменттың ағасы скрипканы ҡулланғанда аҙыраҡ туҙа, әммә ҡулланылмаһа тиҙерәк туҙа. Хәҙерге көндә Паганини скрипкаһын ҡуңыҙҙар ашап туҙҙырған, шуға ул файҙаһыҙ инструмент, тик реликвия булып ҡалды. Әгәр христиан ғибәҙәт ҡылмаһа, уның да файҙалы булыу һәләте юғалыуы мөмкин.
Эй ҡолдарым, Аллаһҡа эйәрегеҙ, ғибәҙәт ҡылығыҙ. Ғайса Мәсих ҡайҙа, һеҙ ҙә шунда! Ҡолдарым, Аллаһы һеҙҙе ихтирам итер!

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).