Is this site a blessing to you?



Results

У ног Господа Иисуса

1. Гонаһтарҙы ярлыҡау/ Инжил - Лука 7:38/
Фарисей Ғайса Мәсихте үҙ йортона саҡырһа ла, ул "Уның аяҡ аҫтына ултырмай". Фарисей Ғайса менә йәнәш өҫтәл артына урынлашырға теләй, әммә "Уның аяҡ аҫтында түгел."
Бер ҡатын Ғайса Мәсихте йортона саҡырманы (бәлки уның йорто ла юҡтыр), әммә ул үҙенең оло проблемаһын R11 белә ине; гонаһлы ул. Ҡатын үҙенә ҡотҡарыу кәрәген белә ине. Ул үҙенең гонаһтарын Ғайса Мәсихтең аяҡ аҫтына килтерҙе.
Ғайса Мәсих  R11; Аллаһы гонаһтарҙы ярлыҡаусы!
2. Хаҡ ғилем / Инжил - Лука 10:39/
Мәрйәм хәҡиҡәтте танырға тейешлеген белде. Ғайса Мәсихте Вифаниялағы йортона Марта саҡырҙы, әммә Ғайсаның аяҡ аҫтында тик Мәрйәм булды. Нимәнелер белеү өсөн иғтибар туплау мотлаҡ. Ғайса Мәсихте Мәрйәм саҡырманы, был хаҡ, әммә ул үҙенә иң яҡшы урынды биләне R11; Ғайсаның аяҡ аҫты! Ул иң хәйерле урын"  /Инжил 10:42/

Ғайса Мәсих R11; Хәҡиҡәт Аллаһы, ул беҙҙе белә һәм һөйә!
Ғайса Мәсих R11; Аллаһы беҙҙән маҡтау һәм ғүмеребеҙҙе алырға лайыҡлы!

3. Йыуаныс / Инжил Яхыянан 11:32/
Мәрйәм туғанын юғалта. Йәһүдтәр уны кәшәнәгә барыр тип уйлаһалар ҙа, ул унда барманы. Мәрйәм, ул кешеләрҙең үҙен йыуата алмаҫлығын аңлай ине, сөнки уларҙың үҙҙәренең проблемалары етәрлек. Ул дөрөҫ урынды биләне. R11; Ғайсаның аяҡ аҫтын. Тик ул ғына ысын йыуатыусы. Ғайса Мәсих Мәрйәмдең ҡайғыһын һәм рух төшөнкөлөгөн һөйөнөскә алмаштырҙы.
Ғайса Мәсих R11; Алла Тәғәлә, беҙгә ауырлыҡ килгәндә, беҙҙең турала ҡайғыртыусы!
4. Бала ғүмере. / Инжил - Лука 8:41 /
Иаираны балаһының үлемесле ауырыуы Ғайсаны эҙләргә мәжбүр итә. Ул Ғайсаны тапты һәм уның аяҡтарына йығылды. Ата кеше уның балаһына бер кем дә ярҙам итә алмаҫлығын аңлай ине. Иаира миҫалы шундай хәҡиҡәтте дөрөҫләй: балалар рухи яҡтан йәиһә гөнаһтарҙан һәләк булалар. Донъяла күберәк R11; Ата-әсәләр мөхәббәте, һауа, торлаҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек R11; - ошоларҙың барыһынан да бигерәк балалар Ғайса Мәсихкә мохтаж. Иаир үҙенең хәсрәтен R11; балаһының үлемесле ауырыуын Кемгә килтерергә белә ине.
Ғайса Мәсих R11; Аллаһы Тәғәлә бөтә балаларға ла ғүмер бирергә теләй!
5. Рәхмәтлелек / Инжил - Лука 17:16 /
Махау сире менән ауырыусы ун кеше Ғайса Мәсихте осратҡан. Уларҙың һәр береһе Аллаһты һөйөүен үҙ ғүмерендә татыған. Барлыҡ сирлеләр ҙә ауырыуҙан һәм үлем тырнағынан ҡотолғандар. Улар барыһы ла ғәҙәттәге тормошҡа ҡайталар. Тик улар араһынан берәүһе генә, самарянлы, кемгә рәхмәт еткерергә икәнен белде. Самарянлы Ғайсаның аяҡ осона килеп йығылды, ҡалған туғыҙы килмәне. Самарянлы икеләтә рухи һәм физик яҡтан һауыҡты. Рәхмәтлеге уның рухи донъяһын күрһәтте.

Ғайса Мәсих R11; Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлебеҙ!
6. Ҡурҡыуҙы еңеү /Асыштар 1:17/
Илсе Яхыя Ғайса Мәсихте данлыҡлы итеп күреүҙән ҡаушап ҡала. Ул Ғайсаны белә ине, Уның менә Палестина юлдарын тапанылар, уның тәғлимәтен тыңланы. Уның менән аралашты. Үҙенең өлкән йәшенә лә ҡарамайынса, Аллаһтың данлы Улын күргәс, уның аяҡтарына йығылды. Яхыя Ғайсаның R11 икәнен яҡшы аңлай ине; беренсе һәм һуңғы Илсе Ғайсаның һөйләүен тын ғына көттө. Иоандың ғүмере R11; Ғайса Мәсих өсөн йәшәүсе һоҡландырғыс кеше. Донъяла иң яҡшы урын R11 икәнен аңлай; был урын Ғайса Мәсихтең аяҡ аҫты.

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).