Is this site a blessing to you?



Results

Что значит Слово Божье для меня?

Ғайса Мәсихкә ышаныу һәм һөйөү менән минән ишеткән дөрөҫ фекерле ғилемгә ныҡ тотон. (2. Тимофей 1,13)

1. Төплө ғилем өлгөһө.
Әйтем R16; өлгө R17; Иң боронғо сиркәүҙең бик аныҡ планлы доктринаһы була. Был ғилемде һынап ҡарау өсөн ошо стандарт ҡулланыла. Был ғилемдең йөкмәткеһен үҙгәртеү тураһында Тимофей иҫкәртелә. Әгәр ул тыңлаулы булмаһа, унда үҙе менән бергә эшләгән остаздарҙың эшен тикшереү өсөн өлгө булмаҫ ине. Беҙ, 21-се быуат кешеләре, беренсе быуат апостолы Павелдың ғилеменә ныҡ таянырға тейешбеҙ.
Тәүге сиркәү тәғлимәтендә антимония философияһы киң таралған. Ул әйтә R16; Беҙ ошо законда түгел R17; был концепция бөгөнгө көндә файҙаһыҙ түгел. Хәҙерге заманда ҡайһы берәүҙәр беҙ закон буйынса түгел, ә донъя рәхәтендә йәшәйбеҙ, тип белдерәләр. Яңы васыят - "һөйөү хаттары" йыйынтығы , ә юридик теҙмә түгел тип раҫлана. Ҡайһы берәүҙәр R16 кире ҡағалар; фраза R16; фраза R17; яңы ғилем өлгөһө түгелме ни, беҙ буйһоноп йәшәй торған закон түгелме ни? (Ҡара: 1 кор 9,21;Гал 6,2)

2. Тотороҡло бул! Ныҡ бул!
Быуаттар буйына Аллаһы хеҙмәте һынауҙар ваҡытында ныҡлы ышаныусы кешеләр тарафынан атҡарылған. Улар ныҡ торған. Апостол Павел компромисҡа бармаусыларҙың береһе булған. Ғүмеренең һуңында ул үҙенең ҡустыһының рухын күтәрә. Аллаһы Апостол Павелға рухи хәҡиҡәт хазинаһы биргән. Илсе Павел уларҙы ҡустыһы Тимофейға тапшырған. (1 Тим. 6,20) Хәҙер Тимофейҙың вазифаһына ҡиммәтле хәҡиҡәтте һаҡлау һәм башҡаларға тапшырыу йөкмәтелә.

3. Минән ишеткәндәр.
Беҙ ышанабыҙ, Изге Рух - ул хәҡиҡәт рухы. Ул был хәҡиҡәтте Тимофейға тапшырҙы. Беҙҙә Унан алынған бер генә Изге Рух һәм тик бер генә хәҡиҡәт.
Беҙ Изге Рухтың ике булыуына ышанмайбыҙ. Шуға ла беҙ хәҡиҡәттең икәү, йә унан да күберәк булыуына ышанмайбыҙ. Аллаһы беҙҙе хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн беҙгә Изге Рух ебәрҙе.
Рухҡа хеҙмәт ҡылмаған саҡта беҙ ҡараңғылыҡта, наҙанлыҡта булабыҙ. Унһыҙ беҙ Аллаһ һүҙен аңлай алмайбыҙ. Беҙ һәр ваҡыт Уның ғилемендә булырға тейешбеҙ. (Иоанн 16,13).Ул беҙгә хәҡиҡәтте һаҡларға һәм башҡалар менән бүлешеү һәләтен бирә.

4. Ышаныс һәм һөйөү менән
Беҙ иғтибар итергә хаҡлыбыҙ, Тимофейҙың доктринаһы ышаныс һәм һөйөү менән һуғарылған булырға тейеш. Ул һөйөүҙәге хәҡиҡәтте аңлатырға тейеш, был Аллаһы өлгөһө. Аллаһы һис ҡасан да һөйөүһеҙ хәҡиҡәт тураһында бәйән итмәне. Ефесяндарға 4,15 тип әйтә R16; мөхәббәттең хәҡиҡәте R17-лә.
Хәҡиҡәттең таҙалығын һаҡлау
өсөн ынтылғанда еңел генә бәхәсләшеп китеү мөмкинлеге бар. Хәҡиҡәтте яҡлап сығыу урынына еңел генә "убырлы ҡарсыҡты" эҙәрләүсегә әйләнергә мөмкин. Христиан йәшәйешендә фәлсәфәүи теорияны дәлилләүҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе: R16;
Инаныу беҙҙе хаким итә, һөйөү беҙҙе хеҙмәтсе итә.
Инаныу беҙҙе тик Ғайса Мәсихкә йүнәлдерә; был ҡәтғи рәүештә сиркәүгә йә башҡа берәй изге көстәргә инаныу түгел.

5. Ғайса Мәсихтә.
Күк йөҙөндәге барлыҡ фатихалар сығанаҡтары тик Ғайса Мәсихтә һәм Ул беҙҙең рухыбыҙҙы ысынлап ҡотҡарыусы. Мәҫәлән R16; һәм үҙеңдең закон буйынса хыянатһыҙ булыуың менән генә түгел, ә Ғайсаға инаныуың аша, Аллаһҡа тоғро булыуың менән табылаһың R17;(Филипп.3,9)

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).