ProWord
Is this site a blessing to you?
Czeslaw Bassara
1948 - се йылда Польшала Освенцимдан (Аушвиц) алыҫ түгел Брешцелә христиан ғаиләһендә тыуған.
1965 - се йылда Аллаһы юлына килә. Шул уҡ йылда Польшала балаларҙы дингә өйрәтеү буйынса шөғөлләнә башлай. 1969-сы йылға тиклем Освенцим районында уҡый һәм эшләй.
1969-1974 - се йылдарҙа Польшаның Варшава ҡалаһында христиан дине акдемияһында дин ғилемен өйрәнә.
1972 - се йылда Хеленаға өйләнә. Ике балалары, Богдан (1975-се йылғы) һәм Дорота (1979-сы йылғы), икеһе лә өйләнгән, үҙҙәренең тормош иптәштәре (Агнешка һәм Конрад) менән ОЕД-ла - "Балаларға Изге хәбәрҙе таратыу ойошмаһында" - хеҙмәт итәләр.
1975 - се йылда Польшала дини магистр дәрәжәһен ала.
1976 - сы йылда Кильхциммерҙа Швейцарияла ОЕД Лидерҙары Әҙерләү Институтын тамамлай.
1969-1990 - сы йылдарҙа Польшала һәм сиктәш илдәрҙә балаларҙы һәм йәштәрҙе евангелизациялауҙы ойоштора, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе дингә өйрәтә.
1982-1990 - сы йылдарҙа Польшала һәм башҡа илдәрҙә сиркәүҙәргә нигеҙ һала, Тәүрат мәктәптәрендә һәм Инжил сиркәүҙәрендә уҡыта һәм Доға йорттарында өйрәтә.
1991-2006 - сы йылдарҙа Хелена менән Үҙәк һәм Көнсығыш Европала ОЕД директоры булып хеҙмәт итәләр. Улар бигерәк тә Рәсәйҙә һәм Урта Азия илдәрендә ОЕД хеҙмәт итеүгә ҙур иғтибар күрһәтәләр. Шулай уҡ 30 илдә милли лидерҙар менән етәкселек итәләр. Шулай уҡ ОЕД-ның Европа советында ағза булалар.
2000-2006 - сы йылда Бельгияла Хеверлей/Лейвендә Инжил Дини факультетында Дини доктор программаһы буйынса шөғөлләнә.
2006 - сы йылда "Постмодерник герменевтика һәм уға Инжилса яуап" систематик дин тәғлимәте буйынса философия докторы дәрәжәһен алды.
2008 - се йылда халыҡ-ара ғибәҙәт ҡылыу буйынса ОЕД-ла Тәүратты өйрәтеүҙә "Аллаһы һүҙен еткереү"ҙе ойошторҙо.
Доктор Чеслав Бассара инглиз, немец, рус, поляк телдәрендә һәм эсперантола һөйләшә.
Тәүратты өйрәтеү буйынса хеҙмәт итеүе арҡаһында Чеслав биш континентта 60-тан артығыраҡ илдәрҙә булды: Аргентина, Әрмәнстан, Әзербайжан, Бразилия, Босния һәм Герцоговина, Бөйөк Британия, Венгрия, Грузия, Германия, Голландия, Ћиндостан, Италия, Кения, Ҡырғыҙстан, Литва, Молдовия, Яңы Зеландия, Румыния, Рәсәй, Сербия, Словакия, АҠШ, Төркиә, Уганда, Украина, Фарер утрауҙары, Филиппин, Чехия, Эстония.
"Әйтелгәндәргә өҫтәп, һеҙҙән һорайбыҙ, туғандар, беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ: һеҙҙәге кеүек, башҡа ерҙә лә Раббының һүҙе тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен." (Тессалуникелеләргә 2-се хат, 3-сө бүлек, 1-се аят).