CzeslawBassara

Czeslaw Bassara

Домашняя страница
Йорт баҫма табаҡ
Ҡәҙерле  дуҫтар!
Беҙ Ћеҙҙе "Аллаһ һүҙен еткереү" тигән биттә хеҙмәт итеүегеҙ  менән сәләмләйбеҙ!  Беҙ һеҙгә фатихалы булырға теләйбеҙ, сөнки Аллаһы һүҙе беҙгә фатиха булды.
Был хеҙмәт итеүҙең маҡсаты миссионерлыҡты, методологияны йәиһә ОЕД программаһын  уҡытыуҙы күҙ уңында тотмай. Был хеҙмәт итеүҙең маҡсаты - Изге китапты уҡытыу. Тәҡдим ителгән Тәүрат тәғлимәте, уның пландары һәм мәҡәләләр Ћеҙгә Изге китапты аңларға һәм көндәлек тормошоғоҙҙа, хеҙмәт итеүегеҙҙә ҡулланырға ярҙам итер.
Аллаһы һүҙен ни тиклем төплө өйрәнһәк, йәш быуынға Fайса тураһында шул тиклем тәрәнерәк ихтирам менән еткерербеҙ. Ошо материалдарҙы файҙаланып хеҙмәт итеү тураһында һәм дә минең турала ла Аллаһҡа үтенеп ғибәҙәт ҡылығыҙ, сөнки мин һеҙҙең ярҙамға мохтажмын.
Др. Чеслав Бассара.

Is this site a blessing to you?



Results

Proclaiming the Word!

"Аллаһ һүҙен еткереү!" ОЕД-ның балаларҙы өйрәтеү буйынса халыҡ-ара хеҙмәт итеү хәрәкәте. Был хеҙмәт итеү хәрәкәте Изге китапты уҡытыу юлы менән бөтә донъя ОЕД хеҙмәткәрҙәренең рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Был, шулай уҡ, Тәүрат - Аллаһы һүҙе булыуына инаныусыларҙы ла хуплай.
Ошо хеҙмәт итеү хәрәкәте ОЕД-ны донъяның төрлө илдәрендә һәм төрлө конференцияларында сағылдыра:
- Өйрәтеү һәм уҡытыу;
- ОЕД институттарында уҡытыу;
- Хеҙмәт итеү хәрәкәте менән таныштырыу һәм Тәүрат колледждарында уҡытыу;
- Конференцияларҙа, осрашыуҙарҙа һәм дини ғибәҙәттәрҙә сығыш яһауҙар.
ОЕД менән таныштырыу:
- Пресвитерҙар һәм христиан лидерҙары менән осрашыу.
- ОЕД-ны халыҡ-ара форумдарҙа, консультацияларҙа сағылдырыу.
Публикациялар:
- мәҡәләләр, статьялар һәм башҡа баҫма материалдар яҙыу. Уларҙың күп өлөшө ошо баҫма табаҡта донъя күрәсәктәр.

 

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).