Is this site a blessing to you?



Results

We need God’s encouragement in times of discouragement

1. Исхаҡ дәртләндереүгә мохтаж ине: R16; Мин аслыҡ илендә һиңә фатиха бирәм!
Ғайса уға килде һәм әйтте: Египетҡа (Мысырға) барма; Мин әйткән ерҙә йәшә, сәйәхәт ит, Мин һинең менән булырмын, фатиха бирермен, һинең киләһе быуындарыңа ер бирермен һәм мин вәғәҙәмде үтәрмен, мин һинең Атайың Авраамға вәғәҙә бирҙем. (Яратылыш 26,2-3), (Яратылыш 26,12-13).

Ғайса үҙе йәшәгән илдә аҙыҡ наҡыҫ икәнен күрә, Аллаһы уға Мысырға бармаҫҡа, аслыҡ илендә ҡалырға ҡуша. Аллаһ Ғайсаны ошо илдә ҡалырға фатиха бирә. Алла Ғайсаға был илдә байлыҡ, муллыҡ ебәрә. Ғайса илдә сәскән игендән 100 тапҡыр күберәк уңыш йыя. Ғайса бик юғары дәрәжәгә күтәрелә., бөйөк була.
Шулай уҡ беҙҙең тормошта ла етешмәүсәнлек, ауырыу, көрәш менән осрашһаҡ, Аллаһы фатихаһын биреүе мөмкин. Әммә ауырлыҡтар, хәүеф-хәтәр беҙҙең яҙмышты һынап ҡарамаҫға өндәүе мөмкин.
Аллаһы үҙенең ҡөҙрәтен үҙенең балаларын яҡлауға, һаҡлауға йүнәлтә, бигерәк тә мәнфәғәттәре сикләнгән һәм рухи көрәш алып барыусыларға.

2. Рәхил: R16; R30; Аллаһы Рәхилде иҫкә алды! R17;
Аллаһы Рәхилде иҫкә алды, Аллаһы уны ишетте, һәм уның ҡорһағын иҫкә алды. (Бытие); (Йәшәйеш 30,22)
Рәхил байтаҡ ваҡыт түлһеҙ булды, Аллаһы уны иҫтән сығарған кеүек ине. Башҡалар бер-бер артлы бала таптылар. Рәхил Аллаһы фатихаһынан мәхрүм булыусы берҙән-бер кеүек. Аллаһы иҫтән сығарған кеүек булғас, Изге китап әйтә - был R17; Рәхил онотолмаған! Аллаһы уның ялбарыуын ишетте һәм түлһеҙлектән ҡотҡарып, уға ир бала бирҙе. Ул уға Йософ тип исем бирҙе. Рәхилдең улы Йософ башҡа балаларға ҡарағанда үтә маҡталды. Йософто бик шәп киләсәк көттө, ул Египеттың премьер-министры булды. Рәхилгә фатиха бирелеү һуңлабыраҡ булһа ла, ул башҡаларҙыҡына ҡарағанда тиңдәшһеҙ, иҫ киткес ине. Ҡайһы саҡ тормошта Аллаһы беҙҙе онотто, ә башҡаларға фатиха артынан фатиха биргән кеүек. Аллаһы Рәхилде иҫенә алды, беҙҙе лә иҫләр һәм күптән көтөлгән фатиханы бүләк итер, инша Аллаһ.
Беҙгә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, өмөт һәм ышаныс менән беҙгә тәғәйенен көтөргә кәрәк.
3. Иаков (Яҡуб): R16; Лаван һинең ни ҡылғанын, мин барыһын да күрәм. R17; (Бытие - Йәшәйеш 31,12).(Бытие 31;6-7,12,41)
Яҡуб 20 йыл буйы Лавандың хата мөғәмәләһенән яфаланғас, Аллаһы Яҡубҡа Лаванды ҡалдырып, ата йортона ҡайтырға ҡушты. Ул Яҡубҡа әйтте: R17; Лаван һинең менән ни ҡылғанын барыһын да күрәм R16; Аллаһы Яҡубты Лавандан ҡотҡарҙы. Лаван оҙаҡ ваҡыт Яҡубты алдап, насар мөғәмәлә иткәнен Аллаһы белде. Аллаһы ғәҙелһеҙлекте, баҫымды күрҙе һәм Иаковты азат итте. Беҙҙең ниндәй ауырлыҡтар кисереүебеҙҙе Аллаһ белә. Аллаһ беҙҙең хәсрәттәрҙе белмәй тип, беҙгә өмөтһөҙләнергә ярамай.
Аллаһы беҙгә осраған барлыҡ ғәҙелһеҙлектәрҙе һәм насар ҡарашты белә һәм беҙҙе яуыздарҙан, йәберләүселәрҙән ҡурсалай.
4. Илия: R16; Ћиңә алда оҙайлы юл! R17;
Үҙе сүллеккә бер көнлөк юлға сыҡты, артыш ҡыуағы аҫтында ултырҙы һәм әйтте: "Йә, Раббым! Етәр инде, ал минең йәнемде, минең үҙемдең ата-бабаларымдан арыуыраҡ түгел бит." Артыш ҡыуағы аҫтында йоҡоға талды һәм фәрештә килеп ҡағылды һәм әйтте: "Тор, тамаҡ ялға." Илия баш осонда өшәкәй һәм көршәктә һыу күрҙе. Ашап-эсеп алды ла, тағы йоҡоға талды. Аллаһтың фәрештәһе икенсегә уға ҡағылды һәм әйтте: "Тор, тамаҡ ялға, алдыңда оҙон юл." R17; (3 батшалыҡ 19,4.7)
3. Батшалыҡ 19,1-7; 15-16;
4. Батшалыҡ 2,1; 11.
Иезавели әҙерләгәндә Илияның ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, ул төшөнкөлөккә бирелде һәм үлем һорап ғибәҙәт ҡылды. Ул Аллаһҡа әйтте R17; Үлемде йәшәүгә ҡарағанда өҫтөнөрәк күрҙе. Илия тормошта бер ниндәй маҡсат күрмәне. Ул Аллаһтың уның өсөн шөғөлө булыуын төшөнмәне. Аллаһы Илияға фәрештәне ебәрҙе. Фәрештә алда оҙон юл тороуын әшкәртте. Аллаһы Илияға тағы ла мөһим бурыстар әҙерләне. Ул ике халыҡтың батшаларына "изге" май һөртөргә тейеш. Аллаһтың маҡсаты шундай - Илия үҙенең әжәлен күрергә тейеш түгел, утлы тантаналы арбала (колесницала) күккә ашырға тейеш. Илия бошонҡоға бирелеп, Аллаһтың ғәжәйеп планына төшөнмәне.
Шуға күрә ул үлем һорап доға ҡылды. Әммә Аллаһы уны дәртләндерҙе, маҡсатын тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Ваҡыты менән беҙ ауырлыҡтарға бирешеп, төшөнкөлөккә биреләбеҙ, һәм ғүмерҙән ваз кисәбеҙ.
Алда оҙон юл торғанын, Аллаһтың беҙҙең өсөн бик күп шөғөлө барлығын төшөнмәйбеҙ.

Джеймс Г.Сперджен яҙған:
Эш - ул һеҙҙең шәхси һайлау; хеҙмәт итеү Ғайса үтенесе һөҙөмтәһе. Эштә һеҙ эш хаҡы алаһығыҙ, ә хеҙмәт иткәндә - һеҙ түләйһегеҙ.
Эштә һеҙ бирәһегеҙ кире ҡайтарып алыр өсөн, ә хеҙмәт иткәндә һеҙ элек алғанығыҙҙы кире ҡайтарып бирәһегеҙ.
Эш һеҙҙең һәләтегеҙгә бәйле, ә хеҙмәт итеүегеҙ һеҙҙең Аллаһҡа хеҙмәт итергә әҙер булыуығыҙға бәйле. Яҡшы эшләнгән эш һеҙгә маҡтау килтерә, ә яҡшы үтәлгән хеҙмәт итеү Ғайсаға хөрмәт күрһәтә.
Был хеҙмәт беҙҙең Аллаһты һәм Ғайса Мәсихте данлау өсөн үтәлә.
Р.S.
Был биттәге материалдарҙы һеҙ копияһын эшләп файҙалана алаһығыҙ, тик бер шарт бар:
Атабыҙға ғибәҙәт ҡылырға һәм дә йөкмәткеһен үҙгәртмәҫкә. Шулай уҡ үҙегеҙҙең уҡыусыларығыҙға һәм тыңлаусыларығыҙға был материалды ҡайҙан алыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ:
WWW PROWRD-EU - страница служения "Возвещение Божьего слова!" (Международное служение ОЕД по преподаванию Библии).